Гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” төркөмөндә иғлан ителгән конкурсҡа тәүгеләрҙән булып ихлас ҡушылған Фәриҙә Сәлимйәнова менән таныштырып үтәбеҙ. Ул Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылынан. Фәриҙә Ғәлибай ҡыҙы Әбйәлил районының Таштимер ауылында Хызыровтар ғаиләһендә донъяға килгән. 8-се класты тамамлағас, Сибай медицина училищеһында уҡып, Ҡырҙас ауылында 40 йыл акушерка булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Яратҡан шөғөлө – баҡса үҫтереү. Иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә баҡсала була, ят үҫемлектәр, сәскәләр үҫтерергә тырыша, картуфтың да сорттарын алмаштырып тора, бөгөн ете төрлө сорт үҫә. Тағы бер яратҡан эше – ҡорама ҡорау, тегеүгә ауыр, ҡыйыныраҡ биҙәктәрҙе үҙ итә, шулай уҡ сумкалар тегә, сигеү, һырыу алымдарын ҡуллана. Тәҙрә төптәрендә лә төрлө сәскәләр, әле бигүк таралмаған мурайя, карисса (өй сливаһы) үҫә. Быйыл сәскә байрамында "Иң күп сәскә үҫтереүсе" исеменә лайыҡ була. - Банкаларымды өҫкә сығарып йөрөгәнсә, үҙем генә баҙға төшәйем тинем. Аллаға шөкөр, баҡсала уңыш мул булды, балаларға ла, үҙебеҙгә лә, артҡанын һатыуға ла етте. Әле эшкәртелеп бөтмәгәне лә етәрлек. 300-ҙән ашыу банка япҡанмын икән, өс туңдырғыс туп-тулы – емеш-еләк, һәр төрлө һөт ризыҡтары, ҡаҡтар, йәшелсә-бәшмәктәр төшөп ятты. Иҫәнлектә, балалар, туғандар, дуҫтар менән ризыҡланырға яҙһын, – ти уңған хужабикә. Тауыш биреү өсөн һылтанма https://vk.com/app7198399_-104965500#poll64f6f2c38c22da7f11fd5967 Фотолар Фәриҙә Сәлимйәнованың шәхси архивынан.