14 сентябрҙән 17-нә тиклем Өфө йылдың төп балалар ваҡиғаһы үҙәгенә әүереләсәк. Ҡаланың Совет майҙанында беренсе «Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйын фестивале үтәсәк. Бөтә илдән Башҡортостандың баш ҡалаһына иң яҡшы уйынсыҡтар һәм уйындар йыйыласаҡ. Көн һайын иртәнән кискә тиклем байрам ҡунаҡтарын оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар, спектаклдәр, квиздар, яратҡан геройҙары менән аралашыу көтә. Фестиваль хедлайнерҙары - Милана Хәмәтова, Ваня Дмитриенко, «Тиктормаҫтар» балалар студияһы, «Домисолька» балалар музыка театры. Әйҙә уйнайбыҙмы? Фестивалдең программаһы һәм ҡатнашыу шарттары менән түбәндәге һылтанма аша танышырға мөмкин: https://xn--80aaaldze4dt4h.xn--d1acj3b/ Фото: https://neposedi.ru/news/