Найти тему
Башҡортостан гәзите

Винни Пух һәм Пятачок килә!

14 сентябрҙән 17-нә тиклем Өфөлә «Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй фестивале үтә. Совет майҙанында балаларға ла, өлкәндәргә лә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы буласаҡ. Бында уйындар, уйынсыҡтар һәм уларҙың бала тәрбиәләүҙәге әһәмиәте, шулай уҡ Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә етештерелгән сифатлы, хәүефһеҙ балалар уйынсыҡтары һәм өҫтәл уйындары тураһында күп мәғлүмәт алырға буласаҡ. Байрамдың йәш ҡунаҡтарын уйынсыҡтар күргәҙмә-йәрминкәһе, конкурстар һәм оҫталыҡ дәрестәре, кино кастингтары, квест-уйындар, популяр балалар һәм йәштәр коллективтарының сығыштары көтә. Шулай уҡ йәнһүрәт геройҙары менән осрашыу һәм иң яҡшы балалар спектаклдәрен һәм анимация проекттарын күрһәтеү ҡаралған. Байрам флешмобына ҡатнашыусыларҙы «Союзмультфильм»дың Бремен музыканттары, Винни Пух һәм Пятачок саҡыра. «Әйҙә уйнарға» фестиваленең программаһы һәм ҡатнашыу шарттары менән тулыраҡ түбәндәге һылтанма аша танышырға мөмкин: https://xn--80aaaldze4dt4h.xn--d1acj3b/ Фото: www.culture.ru