Башҡортостанда “Көнсығыш сығыу юлы” күперендә яңы технологиялар буйынса юл япмаһы түшәй башланылар. Өфө йылғаһы аша ҡоролма төҙөүҙе тормошҡа ашырыу тамамланыу өҫтөндә. 470 метр оҙонлоҡтағы дүрт һыҙатлы күпер үткәүелен сентябрҙең беренсе декадаһында сафҡа индереү планлаштырыла. Әйткәндәй, асфальтты шыйыҡ консистенция һәм махсус һалыу технологияһы арҡаһында ҡойолған тип атайҙар: ҡатнашманы артабан тығыҙламайынса нигеҙ ҡатламына ҡоялар. Һыуытылғандан һуң ул үҙ аллы эксплуатация тығыҙлығына эйә була. Был асфальт һалыу сығымдарын кәметә һәм юл төҙөлөшөн тиҙләтә. Асфальт-бетон ҡатнашмаһын ошонда уҡ "Көнсығыш сығыу юлы"нда урынлашҡан заводта әҙерләйҙәр. Был килтереү ваҡытын һәм сығымдарын кәметергә мөмкинлек бирә. Юл участкаһында 335 кеше һәм 212 берәмек махсус техника йәлеп ителгән. Сентябрь башына 45 мең тонна асфальт һалынған. Был дөйөм күләмдең 31 процентын тәшкил итә. Дөйөм алғанда, “Көнсығыш сығыу юлы”ның техник әҙерлеге 75 проценттан ашыу тәшкил итә. Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/21711/