Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

53 районда урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына һайлау үтә

2023 йылдың 10 сентябрендә - Берҙәм тауыш биреү көнөндә, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙан тыш, Башҡортостан Республикаһының 53 районы биләмәһендә урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына һайлау үтәсәк (777 кампания). Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмек Советы депутаттарын һайлау (19 мандат). Приют ҡасабаһы һәм Шишмә ҡасабаһы биләмәләре Советтары депутаттарын һайлау (30 мандат). Ауыл биләмәләре Советтарына депутаттар һайлау – 772 кампания (6973 мандат). Белорет ҡалаһы биләмәһе Советы депутаттарын өҫтәмә һайлау - ике кампания (өс мандат). 7025 депутат мандаты алмаштырылырға тейеш. Әле ғәмәлдә теркәлгән кандидаттар 14034 кеше, шул иҫәптән үҙ-үҙен күрһәтеү тәртибендә һайлауҙарҙа ҡатнашҡан 3011 кандидат һәм һигеҙ сәйәси партиянан 11023 кандидат. Был партиялар вәкилдәре: “БЕРҘӘМ РӘСӘЙ” – 6906 кандидат, ҒӘҘЕЛ РӘСӘЙ – ХӘҠИҠӘТ ӨСӨН – 1774, КПРФ – 907, ЛДПР – 740, “Йәшелдәр” Рәсәй экологик партия – 277, ПЕНСИОНЕРҘАР ПАРТИЯҺЫ – 252, “ЯҢЫ КЕШЕЛӘР” – 151, “Граждандар Платформаһы” – 16. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/clubbashkortostanizbirkom