Йылайыр районының Йылайыр урта мәктәбендә "Үҫеш нөктәһе" тәбиғи-ғилми һәм технологик йүнәлештәге мәғариф үҙәге асылды. Ул илебеҙ Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған "Мәғариф" милли проектының (национальный проект “Образование”) «Заманса мәктәп» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Уны асыу менән «Үҫеш нөктәһе» федераль мәғариф селтәре тағы ла бер яңы объект менән тулыланды. Проектты тормошҡа ашырыу барышында алынған яңы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған иркен кабинеттар уҡыусыларға физика, химия, биология, информатика буйынса белем алырға мөмкинлек бирәсәк. Педагогтарҙы тыңлағанда йәки дәреслектә уҡығанда белгәндәрҙе, теге йәки был процестың реаль барышын физик һәм һанлы форматтарҙа ҡарарға мөмкин. Был балаларҙың уҡыуға һәм тикшеренеү эшенә ҡыҙыҡһыныуын, һөҙөмтәлә уҡыусыларҙың белем сифатын һәм уларҙың артабан белем алыуына әҙерлек кимәлен арттырырға тейеш. «Үҫеш нөктәһе» структур бүлексәһенә тәжрибәле педагог Елена Васильевна Вәлиева етәкселек итәсәк, ә уҡытыусылар командаһында йәш уҡытыусылар, улар заманса технологиялар ҡулланып, балаларҙы уҡытырға өйрәтә аласаҡ һәм, моғайын, был юҫыҡта яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшерҙәр. Бының өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Фото һәм сығанаҡ: Евгений Гордов.