Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ағиҙел танымаҫлыҡ булып үҙгәрә

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә Ағиҙел ҡалаһында Сәскә бульварынан Еңеү мемориалына тиклем сквер төҙөкләндерелә. Скверҙа тротуар, яҡтыртыу системаһы яңыртылды, пергола ҡуйылды. Кисен унда матур итеп гирляндалар яна. Шулай уҡ төҙөкләндереү сиктәрендә видеокүҙәтеү системаһы ҡуйыласаҡ, бәләкәй архитектура формаларын килтереү көтөлә. "Уңайлы сквер ҡала халҡын йәлеп итеүҙең тағы бер урынына әүерелә. Федераль проект ярҙамында уны төҙөкләндереү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Халыҡ был мөмкинлектән файҙаланды һәм тауыш биреүҙә ҡатнашты. 2022 йылда төҙөкләндереләсәк йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса граждандарҙың бөтә Рәсәй тауыш биреүе һөҙөмтәләре буйынса был сквер еңеү яуланы", – тине ҡала хакимиәте башлығының ҡала хужалығы, төҙөлөш, транспорт һәм элемтә буйынса урынбаҫары Рәмил Ғәниев. “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы сиктәрендә 2022 йылда Ағиҙел ҡалаһында 1-се мәктәптән Комсомол бульварына тиклем, 2021 йылда Сәскә бульварынан алып Академик Курчатов урамына тиклем биләмә ремонтланды. Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте.