Башҡортостан Республикаһының Түбәнге Ҡыйғы ауылында яңы парк асылды. Биләмәне төҙөкләндереү ”Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырылды, тип хәбәр итә төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы. Ауылдың әүҙем халҡы урынды яңыртыуға ҙур өлөш индергән. Объект төҙөлөшө тамамланыуын өлкәндәр ҙә, балалар ҙа түҙемһеҙләнеп көткән. Хәҙер паркта балалар майҙансыҡтары һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн тренажерҙар барлыҡҡа килгән. Белгестәр карусель һәм уйын комплексын урынлаштырған. Йәйәүлеләр өсөн юлда эскәмйәләр һәм бәләкәй архитектура ҡоролмалары ҡуйылған. Парк тимер ҡойма менән уратып алынған. Территорияла заманса яҡтыртылған. ”Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп бурыстарының береһе — ҡала мөхитенең уңайлылығын арттырыу. Милли проект граждандарҙы үҙ ҡалаларын төҙөкләндереү мәсьәләләрен хәл итеүгә әүҙем йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. Бынан тыш, милли проекттың төп маҡсатлы күрһәткесе — йыл һайын 120 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырыуҙы тәьмин итеү һәм биш миллион ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу. Билдәле булыуынса, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы