Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яратҡан йырсыбыҙға һәйкәл ҡуйылды

Сығышы менән Башҡортостандан булған легендар йырсы Юрий Шатунов бер нисә быуын тамашасыһын илатып гүр эйәһе булғайны. Бөгөн уға Рәсәйҙең баш ҡалаһында һәйкәл ҡуйылды. Һәйкәл Троекуров зыяратында ҡуйыла. Иртәгә баш ҡалала йырсыға мемориал асыу тантанаһы була. Был көндө музыкантҡа 50 йәш тулған булыр ине. Яҡташыбыҙ - легендар «Ласковый май» төркөмө солисы, Күмертау ҡалаһында тыуған. Интернетта һәйкәлдең фотоһүрәте Шатуновтың ижадын һөйөүселәр хөкөмөнә сығарылды ла инде. "Бик оҡшаған", "Скульпторға афарин", "Үҙе йылмайып торған кеүек", "Тере һымаҡ" тип комментарийҙар ҡалдырғандар. Фотолар: https://vk.com/shatunovfanclub