Үҙегеҙгә ыңғай заряд бирегеҙ Насар мәғәнәле һүҙҙәрҙе ыңғайҙарына алмаштырыу, тырышҡанда, һәр кемдең хәленән килерлек. Һүҙҙең ҙур ҡеүәткә эйә икәнлеге күптән иҫбатланған, шуның өсөн уны бушҡа сәсергә, кирегә һаплап, яман һөйләргә ярамай. Мәҫәлән, "проблема" тигән һүҙ урынына "мәсьәлә" тип әйткәндә, ауыр күренгән эш тә кесерәйеберәк китә һәм уны йырып сығыу еңелгә тура килә. Кирелекте белдергән юҡлыҡ ялғауҙарын ҡулланыуҙы сикләгеҙ -Ма, -мә ялғауҙарын ҡушмайынса һөйләү ҙә тормошто ыңғайлатып ебәрергә булышлыҡ ҡыла. Мәҫәлән, "ауырыма" тиеү урынына "сәләмәт бул" тип әйтеү хәлде яҡшы яҡҡа ыңғайлатыу ихтималы бирәсәк. "Ҡайғырма" түгел, "тыныслан" тиеү төпкө аңды яҡшыға көйләй һәм, ысынлап та, күңелдә тыныслыҡ урынлашҡаны һиҙелә. Яман уйға ирек ҡуймағыҙ Ваҡыт дауалай, тиҙәр. Күп кисерештәр ваҡыт үтеү менән төҫһөҙләнә. Бөгөн асыуҙы килтергән ваҡиғаның иртәгә ваҡ-төйәк кеүек күренеүе ихтимал, бәлки, икенсе мөһим эштәргә иғтибар талап ителер. Һәр насар тойғоно "эҫе" мәлендә үк тамырынан йолҡоп ал