Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өфөлә “Маркетинг мөхите” халыҡ-ара форумы үтәсәк

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 13 сентябрҙә Өфөлә “Маркетинг Мөхите” халыҡ-ара форумы үтәсәк. Проектты Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы булышлығында “Минең бизнесым” үҙәге, “Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы тормошҡа ашыра. - “Маркетинг Мөхите” - Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән эшҡыуарҙарҙы, маркетологтарҙы, эшҡыуарлыҡты үҫтереү өлкәһендәге эксперттарҙы берләштергән уникаль майҙансыҡ. Тап бында уңышлы үҫкән ойошмаларҙың тәжрибәһен үҙләштерергә, уҙаҡташтар һәм клиенттар табырға, бөтөнләй яңы маркетинг ҡоралдарын индереү буйынса чек-биттәр алырға мөмкин, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Быйыл форумда ҡатнашыусыларҙы көтәләр: - “Киләсәк ойошмалары” конференцияһы – өлкәнең алдынғы белгестәре тиҙ үҙгәреүсән шарттарҙа нисек уңышҡа өлгәшеү, ниндәй компанияларҙың уңыш ҡаҙаныуы һәм үҫеш өсөн нимә кәрәклеге тураһында ҡиммәтле кәңәштәр бирәсәк; - “Франшизалар өсөн маркетинг” семинары эш ҡоралдарын ҡулланып, маркетингка һөҙөмтәле идара итергә теләүселәр өсөн; - нейронкалар һәм яһалма интеллект ҡулланыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре: чек-биттәр һәм инструкциялар; - нетворкинг- офлайн һәм онлайн тәртиптә булған файҙалы бәйләнештәр һәм танышыуҙар. Уҙғарыу урыны: Ҡала мәҙәниәт һарайы, Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 137. Башлана - 10.00 сәғәттә. Ҡатнашыу бушлай. Һылтанма буйынса теркәлеү: http://marketingsreda.ru/p/81/ Шулай уҡ бот аша теркәлергә мөмкин: https://t.me/marketingsreda_bot Теләгәндәргә онлайн рәүештә тоташыу мөмкинлеге биреләсәк. Өҫтәмә мәғлүмәтте “ҡыҙыу линия” телефоны буйынса – : +7 (347) 224-99-99 “Минең бизнесым” үҙәге консультанттарынан алырға мөмкин. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru