Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөнөң Совет майҙанында “Көҙ романтикаһы” классик музыка фестивале асыла. М. Шайморатов һәйкәле янында ҡоролған сәхнәнән классик музыка гәүһәрҙәре, башҡорт композиторҙары әҫәрҙәре яңғырай. Уларҙы Башҡортостандың маэстро Дмитрий Крюков етәкселегендәге Милли симфоник оркестры башҡара. Программала – Ш. Гуно, В.А. Моцарт, П. Масканья, П.И. Чайковский, О. Наварро, А. Бородин, шулай уҡ Д. Крюков һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре. Солистар – Башҡортостандың халыҡ артистары Артур Нәзиуллин (кларнет), Лариса Әхмәтова (меццо-сопрано) һәм Эльвира Фәтихова (сопрано), шулай уҡ ҡеүәтле бас тауышлы Башҡортостандың, Татарстандың, Ҡараҡалпаҡстандың, Үзбәкстандың халыҡ артисы Женисбек Пиязов. Концерт киске сәғәт 7-лә башлана. Инеү бушлай. Фото: ufacitynews.ru