Бөгөн “Патриот” паркында I “ГеоВызов” халыҡ-ара геология чемпионатының ойоштороу комитетының күсмә ултырышы үтте. Йәштәрҙе ресурстарҙы дөрөҫ файҙаланыу һәм уларҙы экологик яҡтан аңлау төшөнсәһенә өйрәтеү, бөтә ил һәм республика буйынса геологияла кадрҙар етешмәүе, ер аҫтын рациональ файҙаланыуға күсеү ихтыяжы республика етәкселеге алдына ла яңы маҡсаттар ҡуйҙы. Бындай сара Башҡортостан Республикаһында беренсе тапҡыр үтә. Унда ҡатнашыусылар шулай уҡ Архангел, Ғафури, Ишембай райондарының иҫтәлекле урындарына барыу мөмкинлегенә эйә. Башҡарма власть органдары вәкилдәре төп ярыштар үткәрелгән биләмәне ҡараны, йәшәү, туҡланыу һәм башҡа талаптар буйынса мәсьәләләрҙе тикшерҙе. I “ГеоВызов” халыҡ-ара геология чемпионаты 16-22 сентябрҙә үтә. Ул ошо тармаҡта яңы тарих башланғысы булыр тип көтөлә. Фото: