Найти тему

"Бөгөн минең икенсе тыуған көнөм..."

Махсус хәрби операцияла батыр йөрәкле яҡташтарыбыҙ, төрлө һөнәр кешеләре, билдәле шәхестәр ҙә ҡатнаша. Улар араһында "Өршәк" ҡушаматын йөрөткән Илгиз Солтанморатов та бар. Илгиз Солтанморатов - күп балалы атай, Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, ирекмән. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы менән ул Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Әле ул “Ватан” отряды сафында махсус хәрби операцияның алғы һыҙығында Украина нацистарына ҡаршы көрәшә. Тормошонда булған ҡайһы бер ваҡиғалар менән социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашып тора. Бөгөн ул “бөгөн минең икенсе тыуған көнөм” тип яҙҙы. “Бөгөн минең икенсе тыуған көнөм, әммә ҡотлау мотлаҡ түгел. Бер йыл элек ике бронебойнялы 5,45 мм пуляның минең башҡа бер еремә лә түгел, ә артҡы бронеплита һәм рикошетка ҡабырғаһына эләгеүе өсөн шөкөр итәм. Видеола майор пуляның "күлдәген" (ҡапҡаһын) сығара, ә ядро үҙе тәрәндәрәк. Пуляның "йөрәге" йөрәгемә ынтылған, әммә трофей төрөк плитаһы НАТО-ның 7.62 стандартына лайыҡлы ҡаршы тора алған. Барыһы ла шулай башланды: беҙ бәләкәй взводыбыҙ менән Марьинка урамындағы йортто алырға бойороҡ алдыҡ. Әммә эш шунда: 150 метр алыҫлыҡта - дошман позициялары. Уларҙы ысын геройҙар кеүек урап үтәбеҙ һәм бер юл сатында таныш кәүҙәгә тап булабыҙ, уны ике аҙна буйы полкташтарыбыҙ сығарырға маташты. Майор мәйетте алып сығырға тигән бойороҡ бирҙе. Ике кеше уны ниндәйҙер ишеккә һалып күтәрә, ә мин эйәһеҙ ике автоматты тотоп алдым, береһе, аңлашыла, был егеттеке. Бер нисә аҙым ғына атлап өлгөрҙөк – беҙгә ут астылар. Ергә яттыҡ, сигендек. Ә мәйетте бер көндән һуң барыбер алып сыҡтыҡ һәм мин тағы ла арттан оҙатыусы булдым. Ә ул көндө, 2022 йылдың 5 сентябрендә, кәүҙәне ҡалдырып сығырға тура килде. Һуңынан, хәлде анализлағанда, был мәйеттең беҙҙе засадаға эләгеүҙән аралағанын аңланыҡ. Моғайын, киләһе юл сатында беҙҙе пулемет уты менән ҡырып һалырҙар ине. Шулай итеп, “укроптар” арттан ут яуҙырыу менән сикләнде. Минән алда килгән "Гриф"тың броня бишмәте юҡ ине, һуңынан һаҡлап алып ҡалған өсөн рәхмәт әйтте. Капитан Жора әйтеүенсә, мин намыҫлымын һәм Алла мине ҡотҡарған! Ә мин уға "яҡшы бешерәм, минһеҙ уларҙы кем ашатыр ине", тим. Мин ысынлап яҡшы әҙерләйем һәм яуҙаштарымды тәмле аш-һыу менән йыш шатландырам”, – тип уртаҡлашты яугир. Фото һәм видеояҙма: vk.com/ilgiz_sultanmurat