Уҡыу йылы башланыу менән студенттар урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында уҡый башлай. Ҡағиҙә булараҡ, уларҙың күбеһе һайлау көнөндә даими теркәлгән урында тауыш бирә алмай. Әммә “Мобиль һайлаусы” механизмы бар, уның ярҙамында һәр студент Башҡортостан Республикаһы сиктәрендә уҡыған урыны буйынса тауыш бирә ала. Бының өсөн урындағы һайлау исемлегенә индереүҙе һорап, алдан ғариза бирергә кәрәк. Ғаризаны 26 июлдән 6 сентябргә тиклем теләгән төбәк һайлау комиссияһы, Күп функциялы үҙәк йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша, ә 30 августан 6 сентябргә тиклем теләгән бер һайлау комиссияһына юлларға мөмкин. Белешмәләрҙе Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы йәки 8-800-347-54-54 “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны аша алырға мөмкин. Йәштәр, республикабыҙ яҙмышы өсөн мөһим булған һайлауҙан ситтә ҡалмағыҙ, үҙегеҙҙең депутат өсөн тауыш бирегеҙ! Мәғлүм булыуынса, республикабыҙҙа тәүге тапҡыр тауыш биреүселәр исемлегенә 77 меңдән ашыу йәш һайлаусы индерелгән. Фото: БСТ яҙмаһынан скриншот.