Найти в Дзене

"Һаҡаллы төҙөлөш"тәр кәмергә тейеш

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары менән кәңәшмә үткәрҙе, унда тамамланмаған төҙөлөш күләмдәрен кәметеү буйынса муниципаль кимәлдә ҡабул ителгән сараларҙы тикшерҙеләр. Башҡортостан Республикаһы территорияһында тамамланмаған төҙөлөш күләмдәрен кәметеү өҫтөнлөклө бурыс булып тора, тип билдәләне Хөкүмәт Рәйесе. - Шуны билдәләп үткем килә: һуңғы ике йылда беҙ был эште ныҡлы тәртипкә һалдыҡ. Тейешле норматив хоҡуҡи базаны раҫланыҡ. Проект-эҙләнеү эштәренең һәм биш йылдан ашыу ваҡыт дауамында объекттар төҙөүгә киткән сығымдарҙың талап ителмәгән һөҙөмтәләрен иҫәптән сығарыу тәртибен билдәләнеләр. Һөҙөмтәлә муниципаль кимәлдә тамамланмаған төҙөлөш объекттарының һаны 79,3 процентҡа кәмегән. Ярты йыл эсендә бындай объекттар һаны 117-гә кәмегән, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары -

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары менән кәңәшмә үткәрҙе, унда тамамланмаған төҙөлөш күләмдәрен кәметеү буйынса муниципаль кимәлдә ҡабул ителгән сараларҙы тикшерҙеләр. Башҡортостан Республикаһы территорияһында тамамланмаған төҙөлөш күләмдәрен кәметеү өҫтөнлөклө бурыс булып тора, тип билдәләне Хөкүмәт Рәйесе. - Шуны билдәләп үткем килә: һуңғы ике йылда беҙ был эште ныҡлы тәртипкә һалдыҡ. Тейешле норматив хоҡуҡи базаны раҫланыҡ. Проект-эҙләнеү эштәренең һәм биш йылдан ашыу ваҡыт дауамында объекттар төҙөүгә киткән сығымдарҙың талап ителмәгән һөҙөмтәләрен иҫәптән сығарыу тәртибен билдәләнеләр. Һөҙөмтәлә муниципаль кимәлдә тамамланмаған төҙөлөш объекттарының һаны 79,3 процентҡа кәмегән. Ярты йыл эсендә бындай объекттар һаны 117-гә кәмегән, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов әйтеүенсә, тармаҡ ведомстволары һәм муниципаль берәмектәр балансында әлеге ваҡытта 1,4 мең объект иҫәпләнә. Төбәк кимәлендәге объекттарҙың күбеһе республиканың Төҙөлөш министрлығы балансында, шул иҫәптән Капиталь төҙөлөш идаралығы объекттары ла иҫәпкә алынған. Хөкүмәт Премьер-министры бындай объекттар һанын кәметеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. - Төҙөлөш һәм архитектура министрлығына ведомство ҡарамағындағы учреждениелар менән берлектә 1 декабргә тиклем төҙөлгән һәм файҙаланылған объекттарҙың документтарын тәртипкә килтерергә; газ, һыу һәм электр менән тәьмин итеү объекттарын ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларға тапшырырға; биш йылдан ашыу ваҡыт дауамында объекттар төҙөүгә киткән сығымдарҙың талап ителмәгән һөҙөмтәләрен иҫәптән сығарыу буйынса саралар күрергә ҡушам. Өфө ҡалаһы хакимиәтенә 1 декабргә тиклем тамамланмаған объекттарҙы тапшырыу процедураһын башҡарыу бурысы йөкмәтелде. Сығанаҡ, фото: https://pravitelstvorb.ru/news/21706/