Тиҙ генә әҙерләнә торған салат рецебы тәҡдим итәбеҙ. Уңған хужабикәләрҙең баҡсаһында был йәшелсәләрҙең барыһы ла тәгәрәшеп ята. Сығып өҙөп индерергә генә кәрәк. Биш баклажан, ике татлы борос, ике баш һуған, биш помидор, бер бәйләм йәшел тәмләткестәр, ике-өс тырнаҡ һарымһаҡ, тоҙ, борос, кунжут, үҫемлек майы кәрәк. Тәүҙә баклажандарҙы йыуып, таҙартып турайбыҙ. Табаға үҫемлек майы һалып, баклажандарҙы, һуғанды, боросто, помидорҙарҙы, йәшел тәмләткестәрҙе һәйбәтләп ҡыҙҙырабыҙ. Уларға тоҙ, борос, тәмләткестәр ҡушып бутайбыҙ. Һәм уны матур тәрилкәләргә һалып, табынға ҡуябыҙ. Туҡлыҡлы һәм файҙалы салат барығыҙға ла оҡшар. Ашығыҙ тәмле булһын! Фото: 7days.ru