16 сентябрҙә Өфөлә «Арт-Квадрат» ҡала үҙәгендә VIII «Хәрби бейеклек» республика авторлыҡ патриотик йырҙар фестивале ойошторола. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы яратҡан артистарҙың сығыштары, тематик зоналар һәм төрлө сараларҙа ҡатнашыу көтә. Күләмле проектта Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы төбәктәренең автор-башҡарыусылары, солистары һәм музыкаль төркөмдәре ҡатнаша. Фестивалдең махсус ҡунағы - «Смысловые Галлюцинации» төркөмө лидеры Сергей Бобунец. Сәхнәлә һуғыш һәм тыныслыҡ темаһына арналған хәрби-патриотик, Тыуған ил, армия, дуҫлыҡ, батырлыҡ һәм намыҫ тураһында йырҙар яңғыраясаҡ. Сара сәғәт 4-тә башлана, ә концерт - киске сәғәт 7-лә. Проект йәш быуында Ватанға һөйөү, хәрби бурысҡа тоғролоҡ тәрбиәләүгә һәм Ватан геройҙары тураһында халыҡ хәтерен һаҡлауға йүнәлтелгән.