Ремонтланған участкаларҙың дөйөм оҙонлоғо 6,4 километр самаһы тәшкил итә. Был 2022 йылға ҡарағанда 1,5 километрға күберәк. Эштәр Беренсе май, Пархоменко, Төҙөүселәр, Островский урамдарында, Матросов бульварында һәм Зәки Вәлиди проспектында башҡарылған. – Был урамдарҙы ремонтлау социаль әһәмиәтле объекттар: мәктәптәр, балалар баҡсалары, колледждарға инеү мөмкинлеген, шулай уҡ Салауат ҡалаһы ситендәге райондарҙың үҙәк менән транспорт бәйләнешен тәьмин итте. Өҫтәүенә бында йәмәғәт транспорты йөрөй, – тине транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Подрядсы ойошмалар был урамдарҙа юлға асфальт түшәгән, бордюр таштарын алмаштырған, ҡоҙоҡ ҡапҡастарын күтәргән, йәйәүлеләр өсөн юлдарға асфальт түшәгән, тамға һыҙған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Башҡортостанда ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) сиктәрендә төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге 200 километрҙан ашыу автомобиль юлын, дөйөм оҙонлоғо 802 погон метрлыҡ биш күперҙе ремонтлау күҙаллана. Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.