Ғафури районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Райондың бизнес-шәрифе Артур Ғафаров белдереүенсә, 2014 йылда Әлфиә Смирнованың ғаиләһе дөйәғош үрсетә башлаған. һуңынан эшҡыуарҙар «Иҫ киткес дөйәғош» фермаһын асҡан. Был ваҡытта улар дәүләт ярҙамы һорап мөрәжәғәт итеп Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам итеү буйынса программаһы сиктәрендә ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға 1,3 миллион һум күләмендә грант ала. Ошо йылдар эсендә татыу ғаиләнең яратҡан шөғөлө ҙур бизнесҡа әүерелде. Хәҙер «Иҫ киткес дөйәғош» Ғафури районында йәшәүселәрҙең генә түгел, ҙур биләмәлә иркен йөрөгән йәнлектәрҙе һәм ҡоштарҙы ҡарарға килгән туристарҙың да ял итеү урынына әйләнде, - ти райондың бизнес-ш