Найти в Дзене

Октябрьский ҡалаһы төҙөкләнә

Октябрьский ҡалаһы үҙенең 77 йыллығын билдәләне. Был көндө ҡала халҡын ҡотларға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев килде. Сәфәр сиктәрендә республика парламенты спикеры “Башҡортостан ихаталары” программаһы ярҙамында төҙөкләндерелгән 35-се биҫтәләге ихатаны, шулай уҡ “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән йәмәғәт киңлектәре – "Йондоҙло" һәм Еңеү парктарын ҡараны. – "Йондоҙло" паркы 34-се, 35-се биҫтәләр халҡы өсөн генә түгел, башҡа яҡын-тирәләге биҫтәләр өсөн дә саҡырып торған үҙәккә әүерелде, – тине ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Михаил Черкашнев. – Йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереү буйынса эштәр өсөнсө йыл бара. Әйтергә кәрәк, ҡала халҡы проекттарҙы тикшереүҙә һәм уларҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Еңеү паркында Константин Толкачев хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған геройҙар мемориалына һәм “Һалдат уйҙары” һәйкәленә сәскә һалып, Рәсәй яугирҙәрен

Октябрьский ҡалаһы үҙенең 77 йыллығын билдәләне. Был көндө ҡала халҡын ҡотларға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев килде. Сәфәр сиктәрендә республика парламенты спикеры “Башҡортостан ихаталары” программаһы ярҙамында төҙөкләндерелгән 35-се биҫтәләге ихатаны, шулай уҡ “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән йәмәғәт киңлектәре – "Йондоҙло" һәм Еңеү парктарын ҡараны. – "Йондоҙло" паркы 34-се, 35-се биҫтәләр халҡы өсөн генә түгел, башҡа яҡын-тирәләге биҫтәләр өсөн дә саҡырып торған үҙәккә әүерелде, – тине ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Михаил Черкашнев. – Йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереү буйынса эштәр өсөнсө йыл бара. Әйтергә кәрәк, ҡала халҡы проекттарҙы тикшереүҙә һәм уларҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Еңеү паркында Константин Толкачев хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған геройҙар мемориалына һәм “Һалдат уйҙары” һәйкәленә сәскә һалып, Рәсәй яугирҙәренә ихтирам күрһәтте. Быйыл ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда") “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы ярҙамында парк төҙөкләндерелгән. Яңы таш юл түшәлгән, бордюрҙар, яҡтыртҡыстар ҡуйылған. Яңы эскәмйәләр, бәҙрәф барлыҡҡа килгән. Сүп-сар һауыттары өсөн тәғәйенләнгән майҙансыҡ өҫтөнә япма ҡуйылған. Фото: Октябрьский ҡалаһы хакимиәте.