Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһында йәшәгән Мөкәрәмә Уразбахтина бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән. Инәй әйтеүенсә, уның олатаһы ла 107 йәшкә тиклем ғүмер иткән. Мөкәрәмә Ғилметдин ҡыҙы Саҡмағош районында тыуған. Һуғыш башланғас, апалары менән Өфөгә күсенгән. Республиканың баш ҡалаһында хәрби заводта эшләгән. Артабан уны яҙмышы Салауат ҡалаһы менән бәйләгән, унда нефть комбинатына эшкә урынлашҡан. Дөйөм ятаҡта вахтер булып та эшләгән. Мөкәрәмә инәйҙе 100 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Уға яҡындары менән бәхетле ғүмер кисереүен теләйбеҙ! Фото һәм текст сығанағы: "Башҡортостаным. Яңылыҡтар" төркөмөнән.