Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Салауаттар мунса әҙерләй

Салауат районында йәшәүселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн мобиль мунса йыһазландыра. Урындағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы етәксеһе Рөстәм Хөснуллин өсөн был 11-се техника. Улар уны ул үҙ ҡулдары менән тергеҙә, ә һуңынан яугирҙәргә тапшыра. Таҡталарҙы бер иптәше биргән, мейесте икенсеһе алып килгән, тәгәрмәстәр менән урындағы фермер ярҙам иткән. Шулай уҡ яңы кардан, яғыулыҡ багы һәм башҡа деталдәр ҡуйырға тура килә. Шулай итеп, дөйөм тырышлыҡ менән инде эшләнеп бөткән ГАЗ йөк машинаһы өсөн икенсе ғүмер башлана. "ГАЗ-53" автомашинаһында беҙҙең яугирҙәр өсөн күсмә мунса буйынса эштәр тамамланыуға бара, мейес ҡуйылған да инде. Малаяҙ ҡатын-ҡыҙҙары республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында тәүгеләрҙән булып МХО ихтыяждары өсөн маскировка селтәрҙәрен үреүҙә ярҙам итергә теләк белдергәйне. Фото: видеонан скриншот һәм https://ataisal.ru/member/5567/