Һуңғы ваҡытта ағинәйҙәр тарафынан онотола барған кәсептәр тергеҙелә. Шундайҙарҙың береһе - кейеҙ баҫыу буйынса райондрҙа ағинәйҙәрҙең оҫталыҡ дәрестәре үтә. Ошо көндәрҙә Йылайыр районының Юлдыбай ауылында ла сара уҙҙы. Юлдыбай ауылы ағинәйе Флүрә Шәрәфетдинова хәбәр итеүенсә, Юлдыбай ауылында үткән "Аҡ кейеҙем аҡ бәхеттәр юрай" тип аталған оҫталыҡ дәресенә Яманһаҙ, Сиҙер, Байғужа, Ҡыпсаҡ, Йылайыр ауылынан да ағинәйҙәр килгән. "Яҡын-тирә ауыл ағинәйҙәрен туплап, ойоштороп, милли ҡомартҡыларҙы тергеҙеүҙә ҙур эш башҡарған район һәм Юлдыбай ауылы ағинәйҙәре ҡорҙарының әүҙем етәксеһе, ошо район кимәлендә үткән оҫталыҡ дәресен алып барыусы Миләүшә Шаһыбал ҡыҙы Моратова сараның маҡсаты менән таныштырҙы. Кейеҙ баҫырға өйрәнергә теләүселәр менән таныштырып, уларға рәхмәт белдерҙе. Тағы шуны билдәләп үтергә кәрәктер: Миләүшә Шаһыбал ҡыҙы кейеҙ баҫыу оҫталыҡ дәресен ике йыл дауамында үткәреп килә. Былтыр йәй йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында кейеҙ баҫылһа, ҡыш көндәре йөндән быйма башы, түбәтәй, тәпе
