Әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн яңы уҡыу йылы башланып торғанда матур яңылыҡ бар: шағирә, яҙыусы, тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һ. Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлнур Яҡупованың киң билдәле “Ҡатындар” романынң өҫтәмә өсөнсө тиражы донъя күргән. Романдың төп геройы – уҡытыусы ҡатын, ә әҫәрҙә мәктәп тормошондағы ваҡиғалар һүрәтләнә. Китаптың шулай уҡ рус телендәге варианты бар, ул "Женщины" тип атала һәм әҙәбиәт һөйөүселәр араһында бик популяр. Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы уҡыусылар яратып уҡыған әҫәре тураһында түбәндәгеләрҙе билдәләй: - Уҡытыусылар - донъялағы иң мөһим, иң изге һөнәрҙәрҙең береһенә эйә булған шәхестәр. Тап уларҙы юғарылыҡҡа күтәреп, улар иңенә ятҡан мөҡәддәс бурыстарын күҙаллап, рәхмәтле тойғолар менән, йөрәгемде асып, рухи, әҙәби ҡеүәтемде һалып, өс романдан торған "Ҡатындар" трилогияһын ижад иттем. Сәбәбе ябай - үҙем дә белемем буйынса уҡытыусымын. Ни өсөн әҫәр "Ҡатындар" тип аталдымы? Уҡыт