Зөһрә Гордиенко үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә райондың уңған кешеләре тураһында йыш яҙа. Был юлы эш сәфәре менән район буйлап сыҡҡан арала хакимиәт башлығы Нуриевтар ғаиләһенә инеп сыҡҡан. - Аяз менән Зинира бала саҡтан бер-береһен белә. Иң ҡыҙығы – Аязға һуңғы ҡыңғырау шылтыраған байрамда беренсе класс уҡыусыһы Зинира шул ҡыңғырауҙы бирә! Тиҫтә йылдар үткәс, тормош уларҙы Өфөлә ҡауыштыра. Ғаиләләрен матур көнгә тап иттереп ҡоралар – 07.07.2007- лә өйләнешәләр. Аяз Нефть эшкәртеү заводында, Зинира балалар баҡсаһында эшләп йөрөй, ситтән тороп М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡый. Балалары тыуғас, улар Түбәнге Ҡыйғыға ҡайтып төпләнергә була, - тип яҙа Зөһрә Гордиенко. Ауылға күсеп килгәс, Нуриевтар бал ҡорто тота башлай, мал ишәйтә, йорт һала башлай. Бер-бер артлы ҡыҙҙары тыуа: Эмилия, Эльвира, Асель, Камилла, Сафия – ата – әсәләренең ғорурлығы һәм бәхете. — Нишләптер йәштәр тик ҡалала ғына етеш тормош ҡорорға мөмкин, тип уйлай. Һәр кем үҙе өсөн уңайлы шарттары үҙе тыуҙыра, ә беҙҙең йәшәйеш ҡаланыҡынын бер ҙә ҡайтыш түгел, тип иҫәпләйем. Бай тәбиғәт, саф һауа, үҙем төҙөгән йорт, ә иң мөһиме — ғаиләм. Ә теләк булғанда, ял көндәрендә ҡалаға барып килергә мөмкин. Мин ауылда иркен тын алам, — ти Аяз Үзбәк улы. Нуревтар һәр яҡлап өлгөлө ғаилә: спорт менән шөғөлләнәләр, ауылдың мәҙәни һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашалар. Фотолар Зөһрә Гордиенконың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.