Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә республиканың белем биреү учреждениеларында туҡланыуҙы ойоштороу мәсьәләһен тикшерҙеләр. Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев әйтеүенсә, яңы уҡыу йылына уҡыусылар, шул иҫәптән дауалау һәм диетик туҡланыуға мохтаждар өсөн ике төп меню әҙерләнгән. Бынан тыш, балалар баҡсалары өсөн дә менюҙың ике варианты эшләнә. Был эш Мәғариф һәм фән министрлығы, Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы менән берлектә ойошторолған. – Республиканың Социаль туҡланыу идаралығы белгестәре 431 тапҡыр уҡыу йорттарына мәктәптә туҡланыуҙы тикшерергә барҙы, – тине Алексей Гусев. – 2023 йылдың беренсе ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса Нефтекама, Әлшәй, Белорет, Благовар, Салауат, Нуриман, Миәкә һәм Шишмә райондары туҡланыуҙы ойоштороуҙың юғары кимәлен күрһәтте. Министр хәбәр итеүенсә, Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы ҡарамағындағы һынау үҙәге лабораторияһы хеҙмәткәрҙәре аҙыҡ-түлек өлгөләрен тикшереүен дауам итә. 2023 йы