Бөгөн кискә ҡарай Ҡырмыҫҡалы районында авария булған. Һөҙөмтә бик аяныслы – унда бала ғүмере өҙөлгән. Хәбәр ителеүенсә, фажиғә райондың Яңы Ҡыйышҡы ауылы янында була. 14 йәшлек ошо ауылда йәшәгән үҫмер ата-әсәһенә әйтмәй уларҙың машинаһын алған һәм рулдә сығып киткән. Үҙе менән иптәш егетен дә ултыртҡан. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, машина юлдан оса һәм соҡорға ауа. Үҫмер авария урынында һәләк була. Пассажирын табиптар тикшерә. Фажиғә урынында юл полицияһы һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәре эшләй. Аварияның сәбәптәре асыҡлана. Хөрмәтле ата-әсәләр! Йәше етмәгән һәм водитель таныҡлығы булмаған балалар руль артына ултырырға тейеш түгел. Улар менән даими аңлатыу эштәре алып барығыҙ һәм машина асҡысын йәшереп ҡуйығыҙ. Был ошоноң ише аңһыҙ ҡазаларҙан һаҡлар. Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото: ЮХХДИ.