Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә республиканың ауыл-ҡалаларында энергия һөҙөмтәлелегенең артыуын тикшерҙеләр. Был йүнәлештә ҙур проекттар Өфө биләмәһендә тормошҡа ашырыла. Ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев әйтеүенсә, республиканың баш ҡалаһында энергосервис контрактының пилот проекты 2022 йылда Дим районында эшләй башлаған. Һөҙөмтәлә 3,5 мең яҡтыртҡысты алмаштырыу энергия ҡулланыу күләмен ярайһы уҡ кәметеү һәм бер йылда 5,5 миллион һумдан ашыу аҡса экономиялауға өлгәшелгән. 2023 йылдан алынған тәжрибәне бөтә Өфө биләмәһендә тараталар. Планда – энергия сервисы килешеүе сиктәрендә 44,9 мең яҡтыртҡысты алмаштырыу. Компания-инвестор үҙ иҫәбенә бөтә эштәрҙе башҡарасаҡ һәм яңы ҡорамалдарҙы муниципалитет милкенә тапшырасаҡ. Инвесторҙың сығымдарын электр энергияһын түләүгә экономияланған аҡсанан ҡаплайҙар. Контракт ваҡыты – алты йыл. Бынан һуң яҡтыртҡыстарға гарантия тағы ике йыл дауам итәсәк, ул ҡаланы яҡтыртыуға сығымдарҙы кәметергә мөмкинлек бирәсәк.