Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яңы элеваторҙар кәрәк

4 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә урып йыйыу кампанияһы барышы ҡаралды. Вице-премьер – республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итеүенсә, 4 сентябргә төбәктә иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы тулайым йыйыу 2,5 миллион тонна тәшкил иткән. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, баҫыуҙарҙа йыйыу өсөн 1 миллион тонна самаһы уңыш ҡалған. 36 муниципалитет аграрийҙары май бирә торған культураларҙы урып-йыйыуға төшкән һәм сәсеү майҙандарының яҡынса 10 процентын эшкәрткән. Әлшәй, Дәүләкән һәм Кушнаренко райондары хужалыҡтары шәкәр сөгөлдөрөн йыя башланы. Илшат Фәзрахманов республика элеваторҙарының тулы ҡеүәтенә эшләй башлауын билдәләне. – Беҙ элеватор ҡеүәтен арттырыу кәрәклеге тураһында тәүге йыл ғына һөйләмәйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Тейешле республика программаһын әҙерләү тураһында уйларға ваҡыт. Кәңәшмәлә шулай уҡ 2 сентябрҙә Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында уҙған “Һөт иле” фестиваленә йомғаҡ яһалды. Вице-премьер әйтеүенсә, сарала 62 мең ҡунаҡ б

4 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә урып йыйыу кампанияһы барышы ҡаралды. Вице-премьер – республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итеүенсә, 4 сентябргә төбәктә иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы тулайым йыйыу 2,5 миллион тонна тәшкил иткән. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, баҫыуҙарҙа йыйыу өсөн 1 миллион тонна самаһы уңыш ҡалған. 36 муниципалитет аграрийҙары май бирә торған культураларҙы урып-йыйыуға төшкән һәм сәсеү майҙандарының яҡынса 10 процентын эшкәрткән. Әлшәй, Дәүләкән һәм Кушнаренко райондары хужалыҡтары шәкәр сөгөлдөрөн йыя башланы. Илшат Фәзрахманов республика элеваторҙарының тулы ҡеүәтенә эшләй башлауын билдәләне. – Беҙ элеватор ҡеүәтен арттырыу кәрәклеге тураһында тәүге йыл ғына һөйләмәйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Тейешле республика программаһын әҙерләү тураһында уйларға ваҡыт. Кәңәшмәлә шулай уҡ 2 сентябрҙә Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында уҙған “Һөт иле” фестиваленә йомғаҡ яһалды. Вице-премьер әйтеүенсә, сарала 62 мең ҡунаҡ булған. Улар эшлекле һәм күңел асыу программаһында ҡатнашты, күргәҙмә экспозицияһын һәм концерт сығыштарын ҡараны. Фестиваль барышында йәмғеһе 12 тонна һөт эскәндәр. Бынан тыш, йәрминкәлә 52 тонна һөт продукцияһы һәм ҡымыҙ, 4 тоннанан ашыу аҡ май, 3,3 тонна сыр һәм 3 тонна туңдырма һатып алынған. Вице-премьер яр буйын фестиваль майҙансығы сифатында һайлауҙың уңышлы булыуы хаҡында һөйләне. Ә “Һөт иле”нең популярлығын иҫәпкә алып, Илшат Фәзрахманов артабан сараны бер нисә көн дауамында уҙғарырға тәҡдим итте. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.