Ул Рәсәй территорияһы буйлап ГАЗ М-20 “Победа” раритет автомобилдәрендә үтә. Быйыл акция махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү өсөн “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды ярҙамында үтә. Өфөлә автомобиль экспедицияһында ҡатнашыусылар Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәленә сәскә һалды һәм Рәсәй биләмәһендә, унан ситтәге һуғыштарҙа һәм хәрби бәрелештәрҙә һәләк булғандарҙың барыһын да бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Сарала Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – республиканың финанс министры Лира Иғтисамова, “Ватанды һаҡлаусылар” фондының төбәк филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, Башҡортостандың йәмәғәт берекмәләре һәм патриотик клубтары вәкилдәре ҡатнашты. – Был проекттың төп маҡсаты – тарихи хәтерҙе һаҡлау, патриотик тәрбиә биреү, Рәсәй тарихын, мәҙәниәтен һәм иң мөһиме – Бөйөк Ватан һуғышы тураһында тарихи хәҡиҡәтте һаҡлау буйынса бәйләнештәр булдырыу, – тине Лира Иғтисамова. Һуңынан ретро-автомобилдәрҙән торған автоколонна “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалына юлланды. Филиал етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина ҡунаҡтар өсөн экскурсия үткәрҙе. Медиаэкспедицияла ҡатнашыусылар фонд филиалы командаһы менән аралашты, ошондай саралар үткәреү буйынса артабанғы уртаҡ пландар тураһында һөйләште. Фото: БР Башлығы матбуғат хеҙмәте фотолары