Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһен күңелле ваҡиға менән башланы. Республиканың Ветеринария буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Азат Йыһаншинды “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләне, уға 3 сентябрҙә 50 йәш тулған. “Һеҙ ябай булмаған эш башҡараһығыҙ, бының өсөн рәхмәт әйткем килә. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ ныҡлы булыуы менән ғорурланам, әлеге ваҡытта сик контроле мөһим мәсьәлә һәм көсөргәнеш ҙур. Күптән түгел генә бәлә булған Авдон ҡошсолоҡ фабрикаһында ауыр эш башҡарҙығыҙ, унда 500 ветеринар эшләй”, – тине Радий Хәбиров. Азат Йыһаншин яуап һүҙендә республика етәкселегенә ветеринария хеҙмәтенә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. “Һеҙҙең даими ярҙам арҡаһында беҙҙең хеҙмәт илдә иң ҙур һәм һөҙөмтәлеләрҙең береһе булып тора. Унда 2224 кеше эшләй, йыл һайын эш хаҡы арта, матди-техник база яҡшыра. Һуңғы биш йылда ул 60 процентҡа яңыртылды. Дөйөм алғанда, эпизоотик хәл бик көсөргәнешле. Августа беҙҙең ветеринарҙар ун көн дауамында Авдон ҡошсолоҡ фабрикаһында сирле ҡош-ҡортто бөтөрөү менән шөғөлләнде. Ул тулыһынса юҡ ителгән, әле дезинфекция эштәре бара. Иң мөһиме, бындай сирҙәргә юл ҡуймау. Беҙ артабан да һаҡта торасаҡбыҙ. Йәштәрҙең беҙгә эшкә килеүе ҡыуандыра, хеҙмәтебеҙҙең эшен артабан да яҡшыртасаҡбыҙ”, – тине Азат Йыһаншин. Кәңәшмәлә уҡыу йылы башланыуға һәм уға бәйле мәсьәләләргә ҙур ғына иғтибар бирелде. Мәҫәлән, Радий Хәбиров баш ҡаланың Дим биҫтәһендә урынлашасаҡ яңы мәктәп өсөн икенсе майҙансыҡ табырға ҡушты. Башлыҡ белдереүенсә, алдан һайланған урын хәүефһеҙ түгел. Яңы биҫтә әүҙем үҫешә, шуға күрә яңы белем биреү учреждениеһын төҙөү мәсьәләһе өҫтөнлөклө булырға тейеш, тип билдәләне ул. “Мин ошо мәктәпте төҙөүегеҙҙе һорайым. Унда район ярайһы уҡ әүҙем үҫешә, торлаҡ төҙөлөшө бик ҙур, йәш, балалы ғаиләләр бихисап, шуға күрә ныҡышмалы рәүештә мәктәп һорайҙар. Дим мәктәбе беҙҙә өҫтөнлөклө булырға тейеш”, – тине республика етәксеһе. Радий Хәбиров шулай уҡ, Дим биҫтәһендәге Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжының филиалы үҙенең ер участкаларының бер өлөшөнән баш тартырға һәм уларҙы район хакимиәтенә тапшырырға әҙер, тип билдәләне. Бында спорт объекты төҙөләсәк. Бынан тыш, республика Башлығы мәғариф министры Айбулат Хажинға белем биреү учреждениеһында ремонт эшләргә һәм унда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының буласаҡ хеҙмәткәрҙәренә производство практикаһы өсөн майҙансыҡ булдырырға ҡушты. Кәңәшмәлә Радий Фәрит улы республика мәктәптәргә капиталь ремонт эшләү һәм яңыртыуҙың федераль программаһы буйынса үҙ алдына ҡуйылған бурыстарҙы атҡарып сыҡты тине. Ул тиҙ арала мәктәптәрҙе ремонтлауҙы тамамларға, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә һәм яҡын арала белем биреү учреждениелары биләмәләрен төҙөкләндерергә ҡушты. – Беҙ бурысты үтәнек, 1 сентябрҙә балалар мәктәпкә барҙы. Илшат Азамат улы, һеҙгә ҙур рәхмәт. Баштан уҡ был эшкә тотонмаһағыҙ, берәй ерҙә тотҡарлыҡ булыр ине тип уйлайым. Әле бөтә биналарҙы ла эшләп бөттөк. Тик беҙ ҡайҙалыр етешһеҙлектәр ҡалғанын аңлайбыҙ, барыһы ла тамамланырға тейеш. Әлегә һауа торошо һәйбәт, эштәрҙе тамамлағыҙ, – тине ул. Оператив кәңәшмәлә ялдарҙа уҙған “Һөт иле” фестиваленә йомғаҡ яһанылар. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов был сараны ике-өс көн дауамында үткәрергә тәҡдим итте. Был предприятиеларға һәм фермерҙарға үҙ продукцияһын һатыу өсөн күберәк мөмкинлектәр биреү өсөн кәрәк. Башҡортостан Башлығы был идеяны хупланы. Бынан тыш, вице-премьер фекеренсә, фестивалде үткәреүҙең Ағиҙел ярындағы яңы урыны уңайлы булды. Ошоно иҫәпкә алып, уның майҙансыҡтарын бер нисә километрға һуҙырға мөмкин. Билдәле булыуынса, быйыл “Һөт иле”нә 62 мең кеше килгән. Фестиваль барышында 60 мең стакан һөт эселгән. Халыҡ был байрамды ярата һәм уға ихлас бара, шуға күрә ул оҙағыраҡ дауам итергә тейеш. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин “Сәләмәт республика – Сәләмәт төбәк” акцияһы һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Уның барышында табиптар Башҡортостан кешеләрендә дүрт меңдән ашыу социаль әһәмиәттәге сирҙәргә шик тапҡан. Бында яман шештәр, шәкәр диабеты, туберкулез һәм ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре инә. 2023 йылдың 17 апреленән 1 сентябргә тиклем “Сәләмәтлек поездары” белгестәре 144 мең самаһы пациентты ҡараған, был планға ҡарата 135,3 процент тәшкил итә. Күсмә модулдәр төбәктең 300-ҙән ашыу тораҡ пунктында булған. Һаулыҡ һаҡлау министры билдәләүенсә, бөгөн бөтә кешеләр ҙә өҫтәмә тикшереү һәм дауалау үтә. Был ялдарҙа, 10 сентябрҙә илдә мөһим сәйәси ваҡиға көтөлә – һайлауҙар үтәсәк. Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостанда 3,2 меңдән ашыу һайлау участкаһы эшләйәсәк, тип хәбәр итте Радий Хәбиров. Етәксе билдәләүенсә, йәкшәмбе беҙ Дәүләт Йыйылышы депутаттарын, ауыл советы депутаттарын һайлаясаҡбыҙ. – Һайлауҙарға оҙаҡ әҙерләндек. Беҙҙең бурысыбыҙ – барыһын да ойошҡан рәүештә үткәреү, граждандарҙың үҙ ихтыярын белдереүен тәьмин итеү. Барыһына ла уңыштар теләйем”, – тине ул. Радий Хәбиров үҙенең хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға Өфөнөң Совет майҙанында Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында почетлы ҡарауылды ойоштороу буйынса бөтә мәсьәләләрҙе өйрәнергә ҡушты. “Сентябрҙән башлап һәр шәмбе һайын, 19 сәғәттән башлап почетлы ҡарауыл ҡуйыласаҡ, тип килештек. Ул беҙҙең яугирҙәребеҙгә – алғы һыҙыҡта булғандарға ла, юғалтҡандарға хөрмәт һәм ихтирам күрһәтеү билдәһе. Был бик етди церемониал. Өфөләге ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осоу әҙерлеге мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәре өсөн был да ҙур хөрмәт һәм яуаплылыҡ. Хакимиәттән быға ҙур иғтибар менән ҡарауҙарын һорайым. Егеттәрҙе алмаштыра алған курсанттар төркөмө лә булырға тейеш, башҡа мәсьәләләрҙе лә хәл итергә кәрәк”, – тине Радий Хәбиров. Бынан тыш кәңәшмәлә министрҙар мөһим докладтар менән сығыш яһаны. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова йылытыу миҙгеленә әҙерлек тураһында, ә республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов быйылғы йылдың тәүге кварталында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың үҫеше хаҡында һөйләне. Кәңәшмәләрҙә бик йыш күтәрелгән тема – мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороу тураһында республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев бәйән итте. Ә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев энергия сервис контракттарын файҙаланыу тураһында әйтте. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.