Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡарбуз үҫтереү серен ул белә

Был фото йылы яҡтарҙа төшөрөлгән тип уйларға ла була. Юҡ шул, шәп ҡарбуздарҙы йәш егет Михаил Болтухов Өфө районының Шамонин ауылындағы баҡсаһында үҙе үҫтергән. Баҡтиһәң, ҡояшлы илдәрҙеке тип иҫәпләнгән емештән беҙҙең яҡтарҙа ла мул уңыш алырға була икән дә. Бының өсөн шәп баҡсасы булыу ҙа кәрәкмәй, ысулы ябай ғына. «Яҙ көнө тупраҡты ҡаҙып түтәл яһайым да мул итеп һыу һибәм. Артабан уны пленка менән ҡаплап, ситтәрен тупраҡ менән күмеп сығам - быны ел осороп, асылып тормаһын өсөн эшләйем. Артабан, ер йылынғас, пленкала тишектәр тишеп үҫентеләрҙе ултыртам. Әйткәндәй, ошо ысул менән ҡауын, помидор, ҡыяр ҙа үҫтерәм, - тип тәжрибәһе менән уртаҡлаша егет. – Был ысул шуныһы менән уңайлы, һыуҙы һирәк кенә ҡояһың, тупраҡ кипмәй, ә үҫемлектәр ҡотороп үҫә!» Ысынлап та, бик ябай һәм уңайлы ысул. Үҙең үҫтергән емештәр хуш еҫле лә, бик татлы ла шул. Ә иң мөһиме- зарарлы тиҙүҫтергес ҡушымталар ҡулланылмаған!