Найти тему
Башҡортостан гәзите

Дегәнәк тамырын йыйып ҡал

Дегәнәк тамырының файҙаһы ла ныҡ ҙур. Сентябрь-октябрь айҙарында тамырын ҡаҙып алып тупрағын һелкеп төшөрәһең, һалҡын һыуҙа йыуып, тышын таҙартаһың. Шунан ҡояш төшмәгән, елләп торған ерҙә киптерәһең. Шунан инде бер сәй ҡалағы ваҡланған тамырҙы бер стакан ҡайнар һыуҙа төнәтәһең. Тәмләп эсәһең. Хатта рак сиренән диета менән бер рәттән шул тамыр төнәтмәһе эсеп метастазаларҙан ҡотолған, тырышһа, был ауырыуҙан тулыһынса ҡотолоусылар бар. Афарин дегәнәккә! Әлбиттә, теләһә ҡайһы үләнде дауаланыу өсөн дә, организмдың иммунитетын күтәреү өсөн эскәндә лә организмда ниндәйҙер дәрәжәлә үҙгәрештәр башланырға, сирҙәр ҡуҙғалырға мөмкин. Шуның өсөн ундай көслө үләндәрҙе эскәндә ҡорһаҡты тыйып торорға, ҡамыр, ит ризыҡтарын, файҙаһыҙ колбаса һәм тәмле ризыҡтарҙы кәметһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр. Фото һәм текст сығанағы: "Һаҡмар" гәзитенән