Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кейеҙҙә - "Башҡорт моңо"

Һуңғы ваҡытта кейеҙҙән үҙ ҡулдары менән төрлө матурлыҡ тыуҙырған оҫталарҙың артыуы һөйөндөрә. Белорет ҡалаһында йәшәгән Зилә Абзалова ла ҡул эштәренә бик маһир, дуҫтары әйтмешләй, уның йорто тотош ижад лабораторияһын хәтерләтә. 34 йыл райондың "Урал" гәзитендә эшләп сыҡҡан коллегабыҙ әле лә тик ултырмай: ҡала музейында экскурсовод булып эшләй, балаларға халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен өйрәтеү буйынса ҙур эш алып бара. Буш ваҡыттарында кейеҙҙән төрлө мөғжизәләр ҙә тыуҙыра. Әле эшләгән эштәрен автор "Башҡорт моңо" тип атаған. "Хәл бөттө, бил ауырта, ҡулдар талды, әммә һөҙөмтә- ҡыуандыра", -тип яҙған ул. Ысынлап та, күңелдәрҙе күтәрер, ниндәйҙер илаһи бер көскә эйә булған Зилә Абзалованың үҙ ҡулдары менән тыуҙырған матурлыҡҡа һоҡланмау мөмкин түгел! Ҡулдарығыҙҙан һөйөнөгөҙ, эшегеҙҙән ҡыуанығыҙ! Фото: Зилә Абзалованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.