Шәхси эшҡыуар, Борай районының крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Рәмил Зарипов – уңышлы йәш етәксе. 2016 йылда ул үҙенең фермерлыҡ хужалығын ойошторған һәм “Агростартап” программаһында ҡатнашҡан . 2021 йылда “Ғаилә фермаһы” программаһы буйынса грант алған. Ярҙам “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Бөгөнгө көнгә фермер хужалығында 1000 гектар сәсеү майҙаны, 250 баштан ашыу эре мөгөҙлө мал, 50-нән ашыу ат һәм 300 һарыҡ бар. Крәҫтиән-фермер хужалығы ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙән тыш, уны эшкәртә лә. Хәләл стандарты буйынса ит ярымфабрикаттары цехы уңышлы эшләй. Бында 50-нән ашыу төр ит ярымфабрикаттары сығарыла. Әҙер продукцияны республикала “Борай фермеры” бренды аҫтында фирма магазиндары селтәре аша һаталар. Әлеге ваҡытта биш магазин эшләй, шуларҙың дүртеһе – Өфөлә, берәүһе район үҙәгендә. Шулай итеп, хужалыҡ 50-гә яҡын кешене эш урындары менән тәьмин итә алды. Рәмил Зарипов йыл һайын агросәнәғәт ком