Ҡариҙел районының Абыҙ ауылында "Үҫеш нөктәһе" тәбиғи-ғилми һәм технологик йүнәлештәге мәғариф үҙәге асылды. Ул илебеҙ Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған "Мәғариф" милли проекты (национальный проект “Образование”) сиктәрендә ойошторолған. Йәйге каникулдарҙа уҡ мәктәпкә алып килеп, заманса ҡорамалдар ҡуя башлағандар. Ноутбуктар һәм телевизорҙар, физика, химия, биология һәм физиология буйынса һанлы лабораториялар, робот техникаһы һәм механика нигеҙҙәрен өйрәнеү приборҙары – күпселек ауыл мәктәптәре һәм хатта ҡала мәктәптәре лә ошондай йыһазландырыу тураһында хыяллана ғына ала. Абыҙҙа балалар баҡсаһы менән ике ҡатлы яңы мәктәп бинаһы 2019 йылда һалынған. Хәҙер был мәктәп районда иң күп уҡыусылар уҡыған өс белем биреү ойошмаһы иҫәбенә инә – унда 160 бала уҡый. Робототехниканы өйрәнеү өсөн яңы ҡорамалдар, приборҙар, һанлы лабораториялар һәм башҡа ҡорамалдар мәғариф учреждениеһында ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса яңы түңәрәктәр асырға мөмкинлек бирәсәк, шулай уҡ педагогтарҙы һ