2 сентябрҙә Екатеринбургтың 300 йыллығын билдәләү саралары барышында Башҡорт мәҙәниәте көнө үтте. Уны Башҡортостан хөкүмәте булышлығында Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы, өлкә хөкүмәте һәм Екатеринбург ҡалаһы хакимиәте ойошторҙо. Сарала республика делегацияһы ҡатнашты, уға мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова етәкселек итте. Ул ҡатнашыусыларға ҡотлау һүҙе менән мөрәжәғәт итте һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе. Байрам барышында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо, ул “Свердоловск өлкәһенең башҡорт ауылдары тарихы” циклын дауам итте. Сарала шулай уҡ башҡорт халҡының тормош-көнкүрешен сағылдырған күргәҙмә эшләне, төрлө милли кәсептәргә өйрәткән оҫталыҡ дәрестәре, уҡтан атыу буйынса турнир үтте, Башҡортостан менән Свердловск өлкәһе сәнғәт эшмәкәрҙәренең концерты булды. Был өлкәлә 17 меңдән ашыу милләттәшебеҙ көн итә. Милли мәҙәниәтте, телде һаҡлауғареспубликабыҙ яғынан да, өлкә тарафынан да ҙур иғтибар бүленә. Ғөмүмән, Свердловск өлкәһендә төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлау буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла. Бында Төньяҡ Урал халыҡтары көнөн үткәрәләр, был байрам 2002 йылда өлкәнең милли йәмәғәт берләшмәләре башланғысы менән булдырыла. Фестиваль төрлө йәштәге, диндәге, төрлө милләтле кешеләрҙе бергә туплай. Барамда йыл да 10 меңдән артыҡ кеше ҡатнаша.