Бөгөн төндә Өфөлә үлемесле авария теркәлә. 21 йәшлек егет “Деу Нексия” автомобилендә китеп барған саҡта машинаһына идараны юғалта һәм йортҡа барып бәрелә. Хәл ҡала үҙәгендә – Революцион урамында төнгө 2-лә була. Авария һөҙөмтәһендә 24 йәшлек пассажирҙы дауаханаға алып баралар, тик ул ҡабул итеү бүлегендә вафат була. Водителдең үҙенең дә хәле шәптән түгел, ул бик ауыр йәрәхәттәр алған. Әлеге ваҡытта ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре аварияның сәбәптәрен асыҡлай. Моғайын, машинаның тиҙлеге ҙур булғандыр, тип яҙалар социаль селтәрҙә. Хөрмәтле автоһәүәҫкәрҙәр, юлда ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәрәклеген онотмағыҙ. Тейешле тиҙлекте тоторға, хәүефһеҙ дистанцияны һаҡларға, хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктерергә - ошо ябай ҡағиҙәләр ғүмерегеҙҙе һаҡлай ала. Фото: ЮХХДИ.