Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бәшмәккә барып... аҙашҡан

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, кисә Әбйәлил районының Хәмит ауылынан бәшмәккә барған ҡатын аҙашҡан. Ҡотҡарыусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, ҡараңғы төшкәнсе ире уны үҙ аллы табырға маташҡан, ләкин эҙләү бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәгән, һәм ул ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырған. Аҙашҡан ҡатын Ҡағы йылғаһы буйында иҫән-һау табылған, ул бесән кәбәне янында төндө үткәрергә әҙерләнгән. Зыян күреүсегә медицина ярҙамы талап ителмәгән, ул өйөнә ҡайтҡан. Бәшмәккә барыусылар араһында аҙашыусылар йыш осрай, сөнки бер бәшмәкте өҙөп, икенсеһен күреп, улар артынан әллә күпме урман гиҙергә мәжбүр булаһың. Шуға күрә бәшмәкселәргә бергә барған иптәштәрегеҙҙән айырылмаҫҡа йәиһә даими рәүештә ҡайҙа атлағанығыҙҙы ҡарап барырға, тирә-яҡҡа иғтибарығыҙҙы ла йүнәлтеп алырға онотмаҫҡа тәҡдим итәбеҙ. Фото: 7dach.ru