Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кәпәй-Ҡобауҙа клуб ремонтлана

"Мәҙәниәт" милли проектына (национальный проект "Культура") ярашлы, Бүздәк районының Кәпәй-Ҡобау ауылында мәҙәниәт йортон ремонтлау эштәре дауам итә. Был хаҡта Мәҙәниәт министрлығы яҙғайны. Йүнәтеү эштәре 30 сентябргә тамамланырға тейеш. Ремонтҡа 16 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Бинаның иҙәне, ишектәре рәткә һалынған, түбәһе алыштырылған, тәҙрәләр ҡуйылған, алғы яғы стеналары йылытылып, тигеҙләнгән. Йылытыу системаһын, янғын һүндереүгә тәғәйенләнгән һыу үткәргесте алмаштырыу, тирә-яғын күркәмләндереү эштәре бара. Кәпәй-Ҡобауҙа клуб 1979 йылда асылған. Мәҙәниәт йортонда төрлө берләшмәләр эшләй, саралар үткәрелә. "Мәҙәниәт" милли проекты, башҡа проекттар кеүек үк, РФ Президенты В.В. Путиндың "май" указдары менән 2019 йылда тормошҡа ашырыла башланы. Мәғлүмәт, фото: culture.bashkortostan.ru