Ошо йәһәттән ҡаланың балалар өсөн спорт учреждениеларын спорт ҡорамалдары менән тәьмин итеү даими алып барыла. Был эште башҡарып сығыуҙа Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы булдырылған “Демография” милли проекты (национальный проект "Демография") ҙур ярҙам булып тора. “Демография”ның “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты ярҙамында спортсылар өсөн кейем һәм ҡорамалдар һатып алына. Был маҡсатта республика ҡаҙнаһынан субсидия бүленә. Быйыл ҡаланың өс спорт учреждениеһына нәҡ ошо проект нигеҙендә ҡорамалдар һатып алынды. Атап әйткәндә, спорт көрәше мәктәбенә келәмдәр, манекендар, гимнастика яһау өсөн эскәмйәләр, штангалар, гирҙар, туптар һәм спорт костюмдары һатып алынһа, 3-сө спорт мәктәбе хоккейсылары яңы сәкән таяҡтары һәм шайбалы булды. Ә инде Олимпиада резервы мәктәбе өсөн арҡан, бокс грушалары, эскәмйәләр, маттар, футбол, гандбол өсөн һәм башҡа спорт ҡорамалдары алып ҡайттылар. Киләсәктә был мәктәптәрҙә яңы чемпиондар үҫһен өсөн хәҙер яңы шарттар булдырылды.