Баҡалы районының Ҡамай ауылына махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Марсель Муллағәлиев иҫтәлегенә булдырылған аллеяны асыу тантанаһы үтте. Сарала яугирҙең туғандары, ауылдаштары һәм мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Ҡамай урта мәктәбен 1983, 1985 йылдарҙа тамамлаусы уҡыусылар мөһим эште үҙ өҫтөнә алып юғары кимәлдә атҡарып сыҡты. Батырын ҙурлап, ошо изге эшкә көс һалған Ҡамай халҡына афарин. Ил тыныслығы һәм ирке өсөн көрәшкән батырҙың рухы шатланып китер. Иманын юлдаш итһен, йәне йәннәттә булһын! Муллағәлиев Марсель Фәнис улы 1997 йылдың 18 майында Баҡалы районының Ҡамай ауылында ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килгән. Ике йәшендә атаһын юғалта, 10 йәшендә үкһеҙ етем ҡала. Балиғ булғанға тиклем апаһы Ризәнә Фәнис ҡыҙы Шәрифуллина ҡулында тәрбиәләнә. Бала саҡтан тыңлаусан, эшсән бала булып үҫә, ғаиләлә алыштырғыһыҙ ярҙамсы була. 2013 йылда тыуған ауылында төп дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлай. Уҡыған ваҡытта тырыш һәм тырыш уҡыусы була, мәктәптең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡ