Бәүелдә ниндәй тоҙҙар барлығын үҙеңә лә тикшереп белергә була. Олоғайған һайын организмда тоҙҙар ултыра. Һөҙөмтәлә теге йәки был ауырыуҙар барлыҡҡа килә. Туҡланыуҙы яйға һалып, хәлде күпкә еңеләйтергә мөмкин, әммә нисегерәк һуң? Тоҙҙар ҙа бит төрлө була. Бының өсөн тәүҙә үҙеңдең һейҙек анализын тикшерергә кәрәк. Иртән ашағанға тиклем быяла банкаға кесе ярау итеп, бер тәүлеккә ҡалдырырға. Ул шулай ултырып тонғас, һауыт төбөндә барлыҡҡа килгән һарҡынтыны ҡарарға, тикшерергә. Шыйыҡсаның ниндәй булыуына ҡарап, туҡланыуҙы үҙгәртергә була. Әлбиттә, бөтә төрлө тоҙҙар ултырғанда ла әсе, тоҙло, ҡурылған, консерваланған ризыҡтар, ҡырҡыу тәмләткестәр ярамай. Ә һыуҙы ике литрҙан да кәм эсмәҫкә. ФОСФАТ ТОҘҘАР. Банкаға йыйғас та, бәүел болғансыҡ була. Бер тәүлектән ваҡ үтә күренмәле кристалдар рәүешендә төпрә ултыра. Был организмда инфекция барлығын - бәүел ҡыуығы (цистит) ялҡынһыныуын, ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеге боҙолоуын, ағыуланғанда һыуһыҙлыҡты йә гормональ фондағы тайпылыштарҙы аңлата. Туҡлан