1 сентябрҙә Өфөлә яңыртылған 115-се гимназия асылды. Мәктәп ике йыл элек реконструкцияға ябылғайны. Гимназия тыштан да, эстән дә ярайһы үҙгәргән, ҡеүәте лә артҡан. Бында, уҡыу кабинеттарынан тыш, административ-хужалыҡ бүлмәләре, аш-һыу блогы, ике спорт залы, медицина блогы, уҡыу залы булған китапхана, йүгереү стадионы, мини-футбол, баскетбол, волейбол, ГТО нормалары биреү, хәрәкәтле уйындар майҙансыҡтары бар. Яңы компьютерҙар, мультимедиа ҡоролмалары уҡыу процесын йәнләндерергә ярҙам итәсәк. Бынан тыш, тышта заманса 40 светодиод яҡтыртҡыс ҡуйылған. Гимназия дәүләт етәксеһе В.В. Путиндың "май" указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған "Мәғариф" милли проекты (национальный проект "Образование") арҡылы заманса итеп үҙгәртелеп, үҙ эшен башланы. Белем биреү учреждениеһын асыуға бағышланған тантаналы линейкала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры А. Назаров, Өфө хакимиәте башлығы Р. Мәүлиев, баш ҡалабыҙ прокуроры С. Воронов ҡатнашты. Мәғлүмәт, фото: ufacity.info