Ошо матур сентябрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, оҙаҡ йылдар "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире вазифаһын йөкмәгән Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысова-Иҙелбаева 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Уның ғүмер байрамы уңайынан тыуған яғында – Дим буйҙарындағы гүзәл Әлшәйҙә шағирәнең ижад кисәләре үтә. Июль айында тыуған ауылы Һарышта тәбрикләһәләр, күптән түгел Раевка ҡасабаһының үҙәк китапханаһында, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында йылы осрашыуҙар уҙҙы. Уларҙа редакция исеменән ҡатнашырға насип булды. Үҙәк район китапханаһында уҙған кисәлә учреждениеға Гөлфиә Юнысова исеме бирелеүе хаҡында иғлан ителде. Был хәбәрҙе абруйлы яҡташтарына хөрмәт белдерергә йыйылған халыҡ алҡыштар менән ҡаршы алды. Өфөлә күренекле әҙибәбеҙҙе тағы бер матур ваҡиға көтөп торған: Өфө ҡала Советы депутаттары ҡарары менән уға "Өфө ҡалаһының почетлы гражданы" тигән маҡтаулы исем бирелде. Ошо яңылыҡты ишетеп ҡыуанып йөрөгәндә, редакциябыҙға Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы үҙе һуғылды. Уның шатлығын ихлас уртаҡлашып, иҫтәлеккә фотоға ла төшөрөп алдыҡ. Халыҡ шағирын исемле китапханаһы барлыҡҡа килеүе, маҡтаулы исеме менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, һүнмәҫ дәрт, илһам теләйбеҙ! Һүрәттәрҙә: Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙын маҡтаулы исеме менән тәүгеләрҙән булып ҡотланыҡ. Иҫтәлекле танытма. Нәсих Хәлисов фотолары. Ҡалған фотоларҙа: Раевкалағы, Ҡыпсаҡ-Асҡарҙағы ихлас осрашыуҙарҙан күренештәр (ойоштороусыларҙан).
Башҡортостанда хәҙер Гөлфиә Юнысова исемендәге китапхана бар!
3 сентября 20233 сен 2023
1
1 мин