Рәсәйҙә иң ҙур һөт байрамы йәнә өфөләрҙе һәм ҡунаҡтарҙы, ғаилә фестивалендә файҙалы эсемлек яратыусыларҙы сәләмләне. Ҡунаҡтарҙы бай программа көтә ине. Иҫәп буйынса ун беренсе тапҡыр үткәрелгән фестиваль Дуҫлыҡ монументы янындағы яр буйында ойошторолдо. Ғәҙәттәгесә, бөтә ҡунаҡтар сәләмләү һөт стаканы эсә алды. Өфөләге фестиваль бер майҙансыҡта эскән һөт күләме буйынса рекордсмен булды – 60 мең стакан йәки 12 тоннанан ашыу һөт. Яр буйында ҙур сауҙа үтте. Бында һөт ризыҡтары, ҡул эше оҫталары әҙерләгән сувенирҙар, төрлө үләндәр, сәйҙәр, тәм-томдар һәм, әлбиттә, башҡорт балы һатылды. Кескәй ҡатнашыусылар "Һөт белгесе", костюмдар һәм коляска конкурстарында ҡатнаша алды. Ҡунаҡтарға авиашоу ойошторолдо. Матур традицияға әүерелгән байрамға Республика Башлығы Радий Хәбиров та килде. Башҡортостан етәксеһе традицион сәләмләү стаканы һөт эсте, фермер баҙарында һәм йәрминкәлә булды. Бында республиканың эре ауыл хужалығы етештереүселәре, һөт ризыҡтары, һөнәрселек сырҙары, икмәк-булка һәм кондитер
Өфөлә күптән көтөлгән "Һөт иле" ғаилә фестивале үтте
2 сентября 20232 сен 2023
1 мин