Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡотҡара алмағандар....

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, кисә Белорет ҡалаһында фажиғәле хәл теркәлгән. Кискә ҡарай ҡаланың Канатная урамындағы йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр алына. Ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән. Ҡотҡарыусылар йорт мөлкәте яныуын асыҡлаған, янғын тиҙ арала 15 квадрат метр майҙанда һүндерелгән. Ут алмаған йорттан 35 йәшлек ирҙе алып сыҡҡандар һәм уны "Ашығыс ярҙам" бригадаһына тапшырғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ир юлда йән биргән. Ваҡиға урынында янғын сәбәптәре асыҡлана. Ут менән һаҡ булығыҙ! Көндәр һыуытыу менән күптәр йылытыу приборҙарын файҙалана, уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, газ менән дә һаҡ эш итегеҙ! Фото: "Башинформ"