Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башланған эш – бөткән эш

Яҙ көнө баш ҡаланың Шәфиев урамында үткән ремонт тураһында яҙып сыҡҡайныҡ. Бына юлдың инде икенсе өлөшө лә шулай уҡ яңырҙы. Был эште юлсылар РФ Президенты Владимир Путиндың “Май указдары”на ярашлы, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” (“Безопасные и качественные дороги”) милли проекты ярҙамында атҡарып сыҡты. Урамдың 14-се йортонан алып Парк урамына тиклем өлөшө ремонтланды. “Кисә генә юлдың ошо өлөшө насар ине, ә бөгөн был 0,5 км оҙонлоҡтағы ара “ялт итеп” тора. Бында юлды эшлүәҙән тыш яңы бордюрҙар ҡуйылды, һыҙыҡтар (билдәләр) һыҙып, һыҙаттарға айырылды, – тип һөйләп үтте башҡарылған эштәр тураһында Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников. Хәҙер юл автоһәүәҫкәрҙәр өсөн дә, йәйәүлеләргә лә бик уңайлы булып ҡалды. Шуныһы ла мәғлүм булһын: урамдың был өлөшөндә социаль объекттар урынлашҡан. Өфө ҡалаһы хакимиәте матбуғат хеҙмәте фотоһы.