Хәрби операция дауам итә. Унда ҡатнашыусы яугирҙәребеҙ ялға ҡайтып тора. Күптәр отпуск ялы мәлендә яҡындары менән булырға тырыша, сөнки ни тиһәң дә 14 көндө бергә үткәреп ҡалырға теләйҙәр. Ә ҡайһы бер егеттәр ғаилә ҡороп та өлгөрә әле! Ошондай өлгөрҙәрҙең береһе бөгөн Өфөнән хеҙмәттәштәре менән бергә йәнә хәрби бурысын үтәргә юлланды. Һалдаттарыбыҙҙы оҙатырға яҡындарынан тыш БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, республика хәрби комиссары урынбаҫары Олег Летов һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре килде. “11 ай хеҙмәттә булдым, ашҡынып ҡайттым. Ҡайтҡас та өйләнештек, күптән хыяллана инек, бына мәле сыҡты!” – тип бүлеште үҙенең хис-тойғолары менән яугир. Бынан тыш был Салауат ҡалаһы егете яңы тыуған ғаилә менән Нөгөш буйҙарын күреп, тәбиғәт ҡосағында ял итеп тә өлгөргән. “Отпуск һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Әммә беҙҙе хеҙмәттәштәребеҙ көтә, беҙ улар янында булырға тейеш!” – тип тә өҫтәне ул. Ә бына Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгән яугирҙең ҡайтып төшөүе үҙе бер ваҡиға булған. Батыр ир ҡайтыуы тураһында яҡындарына алдан әйтеп, иҫкәртеп тормаған. Ут йотоп, хәбәр көтөп ултырғанда ҡапыл ишектән атай, ир килеп инһен әле! Ул мәлдә һалдаттың да, яҡындарының да ниндәй кимәлдә бәхет кисереүҙәре уйға һыймай!.. “Беҙ уны һуңғараҡ ҡайтыр тип көткәйнек, ә бер көн ҡыуандырып ҡайтты ла төштө. Ялы ғына тиҙ үтте”, – ти ул бәхетле мәлде иҫләп яугирҙең ҡатыны. ...Тик, ысынлап та, йәнә юлға. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск мәле артта: “Егеттәр менән шылтратышып торабыҙ, посталар, әлегә тыныс, барыһы ла яҡшы, әммә улар ҙа беҙҙе көтә...” – тип уй-теләктәре менән уртаҡлашты яҡташыбыҙ. Эйе, хәрби бурыс, Ватан, тыуған ер алдындағы изге бурыс, ант – барыһынан өҫтөн! Егеттәргә хәйерле юл! “Һеҙгә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәре һәм хөрмәтемде белдерәм. Һеҙҙең менән, егеттәр, барлыҡ республика ғорурлана. Һеҙ – барыһы өсөн дә ватансылыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө! Һәр саҡ шуныһын да иҫтә тотоғоҙ: һеҙ хәрби бурыс үтәйһегеҙ, ә республика һеҙҙең яҡындарығыҙҙы хәстәрләйәсәк, ярҙам итеп торасаҡ!” – тип мөрәжәғәт итте был йәһәттән Ирек Сәғитов. ...Биш минут ваҡыт. Хушлашыу мәле... Ҡосаҡлашыуҙар, күҙҙәрҙән тамған йәштәр, изге теләктәр һәм автобус артынан ҡул болғауҙар... Ошо Ҡояш нурында кибеп юғалыр ысыҡтай ғына ваҡыт арауығы улдар һәм әсәләр, пар йөрәктәр, атайҙар һәм балалар, яҡындар өсөн, әлбиттә, иң татлы ла, ғазаплы ла бер мәл булып ҡалды. Әммә хәрби бурыс саҡыра егеттәрҙе! Иң мөһиме: килер ваҡыт, егеттәр инде Еңеү менән(!) йәнә “сюрприз эшләп” һиҙҙермәй ҡайтып төшөр яҡындары янына, тағы ла туйҙар көтөр – инде бәпес туйҙары! Осрашыуҙар мәл генә түгел, ғүмерлеккә һуҙылыр. Бирһен Хоҙай! Әлегә, хәрби бурыс көтә, Ватан көтә!.. Имен йөрөп ҡайтығыҙ, яҡташтар!